+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
16 Октябрь 2020, 17:00

Йөрәк һүҙе, йөрәк хәтере

Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш балалары һөйләй» китабын ҡулға алған һайын яҡын дуҫым, күренекле шағир Ирек Кинйәбулатовтың «Эй, кешеләр, һеҙгә ашығамын...» тигән шиғыры иҫкә төшә.

Әйткәндәй, уҡыу­сылар менән осрашыуҙар ваҡытында ул бик йыш уҡыр ине ошо шиғырҙы.

Күҙҙәремдә – һеҙҙең ҡыуаныстар,

Хәсрәтегеҙ – минең алҡымда.

Барыр юлым – һеҙ бараһы юлдар,

Йөрәгемдә – һеҙҙең ялҡындар...

Был һүҙҙәр шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның ижадына һәм, ғөмүмән, бөтөн булмышына тулыһынса тап килеп тора. Эйе, ул да һәр саҡ кешеләргә ашыға, тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, яҡты йөҙө, яҡшы һүҙе менән уларға изгелек күрһәтергә ынтылып йәшәй. «Һуғыш балалары – тарих яралары», «Һуғыш яралаған бала саҡ» һәм «Һуғыш балалары һөйләй» – был өс китап башҡорт журналистикаһы тарихында оло күренеш булырҙай хеҙмәттәр. Бөйөк Еңеүҙең 65, 70 һәм 75 йыллығын ана шундай береһенән береһе байыраҡ һәм фәһемлерәк китаптар менән ҡаршыланы яҙыусы. Быны асылда, рәссамдар теле менән әйткәндә, үҙенсәлекле триптих тип атарға була торғандыр. Әҙәбиәтебеҙҙә лә, журналистикабыҙҙа ла бындай баҫмалар булғаны юҡ ине әле. Ошо хеҙмәте менән меңәрләгән китап уҡыу­сыларҙың хөрмәтен һәм рәхмәтен яуланы Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы.

Һуғыш осоро балалары күптән инде әбей, бабайҙар булып, өлкән йәштәгеләр ҡорона керҙе. Уларҙың сафтары йылдан-йыл һирәгәйә бара. Илдә был быуын кешеләренең дәүләт һәм йәмғиәт хәстәрлегенә мохтаж булыуы тураһында әлдән-әле мәсьәлә күтәрелеп тора. Зөһрә Ҡотлогилдинаның китаптары менән танышып, республикабыҙ етәкселеге был проблемаға тағы ла иғтибарлыраҡ булыр, тип ышанғы килә. Әле ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баш­ҡортостанда оҙон ғүмерлелек («Башкирское долголетие») тигән проект эшләнеүе тураһында белдерҙе. Бик ваҡытлы проект был! Ошо оҙон ғүмерлеләрҙең абсолют күпселеге – Зөһрә Ҡотлогилдина геройҙарының йәштәштәре улар.

Халҡыбыҙҙың йөрәк хәтере, яҙыусының йөрәк һүҙе ул «Һуғыш балалары һөйләй» тигән китап. Уның авторын Шәһит Хоҙайбир­ҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы бирелеүе менән ысын күңелдән ҡотлайым. Был оло награда һинең артабанғы ижадыңа дәрт һәм илһам бирһен, Зөһрә һылыуым!
Читайте нас: