+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Декабрь 2020, 17:28

Ҡыш бабай бүләктәре

Матур йолабыҙға тоғро ҡалабыҙ. 2020 йылда әүҙем яҙышҡан, редакция үткәргән бәйгеләрҙә иң-иңе булып танылған уҡыусыларҙы бүләкләр мәл етте. Ниндәй бүләк, тиһегеҙме? «Йәш хәбәрсе» танытмаһына лайыҡ булыусыларҙы билдәләйбеҙ бөгөн!


Бына улар – Әбйәлил районының Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияһынан X «А» синыфы уҡыусылары Ләйлә ИШБАЕВА менән Светлана КИЛМӨХӘМӘТОВА, Бөрйән районының Байназар мәктәбенән XI cиныф уҡыусыһы Заһиҙә МОРАТШИНА, Туймазы районының Бишҡурай мәктәбенән V синыф уҡыусыһы Ландыш РАМАҘАНОВА менән VI синыф уҡыусыһы Айгизә АБЗАЛОВА һәм Дүртөйлө районының Исмаил мәктәбенән VIII «А» синыфы уҡыусыһы Аделина ҠАШҠАРОВАлар. Ҡотлайбыҙ! Ҡыш бабай бүләге ул һеҙгә! Алдағы йылда тағы ла әүҙемерәк булығыҙ, осҡонло ижад емештәрегеҙ гәзитебеҙҙең биттәрен биҙәп кенә торһон!

Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.
Читайте нас: