+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Февраль 2021, 10:00

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

"Ватан" һүҙен әйткәндә беҙ туған еребеҙҙе генә түгел, атай-әсәйҙәребеҙҙе, балаларҙы, ғаиләләрҙе күҙ алдында тотабыҙ.

Ә Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар, тип, ҡәҙерле ир-егеттәребеҙ, һеҙгә өндәшәбеҙ. Тормоштоң иң ҡәҙерле төшөнсәләре – тыуған ер, атай-әсәй, бала, ғаилә именлеге һеҙҙең елкәләрегеҙгә һалынған. Ниндәй ҙур яуаплылыҡ бит! Шуны тойоп, Ватанды һаҡлаусылар сафында булғанығыҙ өсөн дә ҙууур итеп рәхмәт һеҙгә! Беҙҙең күңелдәрҙә ышаныс һәм тыныслыҡ уятҡанығыҙ өсөн. Бер ҡасан да ауырымағыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ! Көслө иңдәр күләгәһендә беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар үҙебеҙҙе һәр ваҡыт ныҡлы терәкле, бәхетле кешеләр итеп тойорбоҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: