+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Ҡотлайбыҙ!
28 Мая 2021, 06:01

Алтынтауҙың аҫыл ҡыҙы

Күренекле яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаты Мөкәрәмә САДИҠОВАға - 90 йәш Ул – Йәрмәкәй районынан сыҡҡан берҙән-бер яҙыусы, 18 китап авторы.

Шуларҙың 5-һе балаларға тәғәйенләнгән. Мөкәрәмә Садиҡова 1931 йылдың 25 майында Йәрмәкәй ауылында донъяға килгән. Бәләкәй­ҙән әсәйҙән дә, атайҙан да етем ҡалып, бик күп ауырлыҡтар күргән. Шуға ла бөгөнгө тормошҡа риза булып, ғүмер юлында гел изгелектәр эшләргә ашҡына. Мәҫәлән, Йәрмәкәй районы уны үҙҙәренең почётлы гражданы итеп, ай һайын бәләкәй генә булһа ла ебәреп торған матди ярҙамдарын Мөкәрәмә апай шундағы мәсет төҙөтөүгә күсерҙе. Бер юбилейында райондан бирелгән телевизорҙы: «Беҙҙең бар бит инде, икәү нимәгә кәрәк», – тип тыуған яғындағы приютҡа бүләк итеп китте. Бәләбәйҙә үткән «Ил­һам шишмәләре» төбәк-ара фес­тивалендә тапшырылған Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияның 3 меңенә 7 меңде ҡушып, шунда ҡасандыр үҙе тәрбиәләнгән приютҡа тапшырҙы. Уның директоры аҙаҡ әҙибәгә мәктәпте тамамлаған 10 уҡыу­сыға иҫәп асып, һәр береһенә берәр мең аҡса һалыу­ҙарын хәбәр итте. Балаларҙан рәхмәт хаттары килде. Улар үҙҙәре төшөргән һүрәттәрен дә ебәр­гәйне.

Мөкәрәмә апай күптән аралашҡан өлкән йәштәге таныш-тоноштарын да ташламай хәл белешеп тора, байрамдарҙа күстәнәстәре менән һөйөндөрә. Мин үҙем дә уға нимә генә алып барһам да – сәскәме, баҡса емеш-еләгенме – ҡап уртаға бүлә лә аяҡтары менән тыш­ҡа сығып йөрөй алмаған күршеһе Рима апайға ла өлөш сы­ғара.

Бына шундай апайыбыҙ менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ уның тормошо һәм ижады, донъяға ҡарашы тураһында.
– Мөкәрәмә апай, һеҙ «Баш­ҡорт­остан пионеры» («Йәншишмә») гәзитенең тәүге һанын сығарышыуҙа ҡатнашып, ошо редакцияла байтаҡ йылдар эшләгәнһегеҙ. Әйҙәгеҙ, шул осорҙо иҫләп алайыҡ әле...

– Тәүге мөхәррир Шәриф Бик­ҡол ағай беренсе көндәрҙән үк барыбыҙҙы ла татыу коллектив булырға саҡырҙы, теләһә ниндәй ғәйбәт һөйләп, үҙ-ара йәмһеҙләшеп йөрөмәгеҙ, тине. Һәм беҙ шулай берҙәм булдыҡ та. Шәриф ағайҙан һуң Рәйес Фәтҡуллин мөхәррир итеп тәғәйенләнде. Мөхәмәт Әмирғәлин ағай тәүге фотограф ине, шунан Фәрит Динеев килде. Лилиә Хәйруллина (ул әле лә, шөкөр, иҫән-һау) машинистка булып эшләне. Вилләр Дауытов, Вәсил Ғәйнетдинов, Йәҙгәр Найманов төрлө бүлектәрҙе алып барҙы, Миңлеғәле Яҡупов яуаплы сәркәтип ине. Баййегет Үмәрбаев тәүге рәссам булды. Унан һуң Юрий Чувилин килде. Шулай уҡ тәүге һанды сығарышыуҙа Әлфинур Вахитова, Рәшит Низамов, Сәриә Мәһә­ҙиевалар ҙа ҡатнашты. Һәҙиә апай Әмирханова йыйыштырыу­сы ине.

– Бына әле беҙ һеҙҙең менән тотош бер блокнот шиғырҙарығыҙҙы ҡарап ултырабыҙ. Ниңә уларҙы китап итеп сығарманығыҙ?

– Һәйбәт шағир була алмаҫымды аңларға аҡылым етте. Беҙҙә шиғыр яҙыусылар күп бит.

Мин театр училищеһында уҡып йөрөгәндә үк III курста Баш­ҡортостан радиоһында диктор булып эшләй башланым. Балалар өсөн «Сигнал» тигән радио тапшырыу ҙа әҙерләй инем. Ул бик популяр була торғайны. «Йәшлек» гәзитендә эшләгән, хәҙер мәрхүмә, журналист Хәтирә Шәрипованың, ул тапшырыу­ҙарҙы бөтә мәктәп уҡыусылары йыйылышып тыңлай торғайныҡ, тип һөйләгәне лә булды миңә. Шулай уҡ Шамил Ҡолбарисов ағай (әйткәндәй, ул беҙҙең гәзиттең тәүге йәш хәбәрселәренең береһе ине) радиола 5-се балалар йортоноң кескәйҙәре менән хор ҙа ойошторғайны. Улар өсөн мин шиғырҙар ҙа яҙып бирә, урыҫ телендәге йырҙарҙың һүҙҙәрен баш­ҡортсаға тәржемә лә итә инем. Ул заманда яҙылған шиғырҙар­ҙың күбеһе агитация формаһында булды.

– Аллаға шөкөр, Хоҙай һеҙгә оҙон ғүмер биргән. Тормошоғоҙҙа күп ауырлыҡтар күреүегеҙгә ҡарамаҫтан, айыҡ аҡыл, камил зиһен менән, үҙ көнөгөҙҙө үҙегеҙ күреп, кеше ҡулына ҡалмай йәшәп ятаһығыҙ. Хатта яҙ етеү менән бөтә тәҙрәләрегеҙҙе лә үҙегеҙ ялт иттереп йыуып ҡуяһығыҙ. Ошолай әүҙем тормош менән йәшәүегеҙҙең сере, сәбәбе ниҙә, тип уйлайһығыҙ?

– Изгелеккә ынтылыуҙа, ғәҙел булыуҙа, тип уйлайым. Кешене рәнйетмәйенсә, башҡаларҙың өлөшөнә үрелмәйенсә, үҙеңә бирелгәненә ҡәнәғәт булып йәшәүҙә.

Барына шөкөр итәм. Әлбиттә, том-том романдар ижад итмәнем. Әммә күтәрмәле сабата кейеп, баш ҡалаға уҡырға килеп, белем алып, ошоларға өлгәшеүемә ҡәнәғәтмен.

– Үҙегеҙҙең үткән оло тормош һәм ижад юлығыҙға бөгөнгө күҙлектән ҡарап, ниндәй билдә ҡуйыр инегеҙ?

– «Өслө», тиһәм, үҙемде кәм­һеткән кеүек булырмын. Кеше, бигерәк тә ижадсы, бер ваҡытта ла үҙенән ҡәнәғәт түгел инде ул, шулай ҙа «дүртле» билдәһе ҡуйырға баҙнат итәм. Сөнки төрлө жанрҙарҙа эшләнем, повестарымды уҡыусылар яратып ҡабул итте, балалар өсөн дә 5 китабым сыҡты. Драматургия өлкәһендә лә үҙемде һынап ҡараным. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театры 3 пьесамды сәхнәләштерҙе. «Бергенәм-гөлгенәм» тигән спектакль Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында ҡуйылды. Шаулап-гөрләп барған был сәхнә әҫәрен Ҡазанда Ғәлиәскәр Камал театры ла үҙ репертуарына алды. Унда мин сәхнә әҫәре ҡуйылған беренсе ҡатын-ҡыҙ драматургы ла булғанмын икән.

– Ғүмерҙә онотолмай торған иң ауыр сағығыҙ?

– Ундай саҡтар күп булды. Ике үгәй әсәй менән үҫергә тура килде. Аҙаҡ детприёмникта ла күрмәгәндәр ҡалманы. Әммә иң онотолмаҫлыҡ хәсрәтем әсәйҙе юғалтыу булды...

– Ҡыйын саҡтарҙа күңелегеҙҙе күтәрерҙәй, үҙегеҙгә әйтә торған ниндәй һүҙҙәрегеҙ бар?

– Хоҙайҙан ярҙам һорайым. Кисен ятҡас, иртәгәге көнгә теләктәр теләйем. Изге ғәмәлдәремде бойомға ашырырға, Хоҙайым, насип ит, тип доғалар әйтеп, балаларыма, ейәндәремә маҡсаттарына ирешергә ярҙам ит, тура юлдарҙан аҙаштырма, донъя малына ҡыҙыҡтырма, иҫән-һау бул­һындар, юлдары уң булһын, тип теләйем.

– Мөкәрәмә апай, һеҙҙе 50 йыл­ға яҡын белеү дәүеремдә изгелекле кеше икәнегеҙҙе күреп, ишетеп йөрөйөм. Иҫәндәрен генә түгел, мәрхүмдәрен дә онотмайһығыҙ. Әле ошо йәшегеҙҙә лә йыл һайын зыяратҡа барып, ундан ашыу ҡәберҙе ҡарап, тәрбиәләп ҡайтаһығыҙ. Ә шулай ҙа күпме изгелектәр эшләһәгеҙ ҙә, үҙегеҙгә ҡарата рәнйеш һүҙҙәре ишеткәнегеҙ булдымы?

– IV синыфта уҡығанда мәктәптә «Үгәй әсә» әкиәтен сәхнәләштерҙеләр. Мин төп ролде башҡарҙым. Кешеләр мине, үгәй әсәһе Фәрҙиәне уйнаны, тип уйлаған. Үгәй әсәй быны ишетеп ҡал­ған да, өйгә индермәйем, тигән. Мәктәпкә спектакль була торған көндө ебәрмәҫкә тырышты. Ул һыуға киткәс, мин тиҙ генә һандыҡтан үҙ әсәйемдең күлдәген, алъяпҡысын яулыҡҡа төйнәп алдым да кәртә арты буйлап киттем. Кешеләр минең уйнағанымды илап ҡарап ул­тырған.

Кис өйгә ҡайтыуға ағайым миңә тигән ашты усаҡта ҡалдыр­ған икән, үгәй әсәй шуны түккән. Ас ятырға тура килде. Иртәгеһенә усаҡ киҫәүе менән миңә үрелгәйне, йәһәт кенә урындыҡ аҫтына ҡасып өлгөрҙөм. Мин ул әйткән һәр алама һүҙгә эстән генә: «Ҡарғышың – ҡара башыңа», – тип яуап биреп торҙом. Шөкөр, үгәй әсәйҙең рәнйеше миңә төшмәне. Үҙем һыуға бар­ғанда Алтынтау итәгендәге шишмә буйында, үгәй әсәй ҡулынан ҡотолоп, уҡырға китһәм ине, тип теләй торғайным. Бала кешенең һыуға ҡарап теләгән теләге ҡабул була, тиҙәр бит. Шөкөр, теләгем ҡабул булды.

Тағы бер кешенең рәнйешен ишетергә тура килде әле миңә. Әҙәбиәт институтында уҡыған саҡта Пхеньяндан килгән Корея егете Хан Юн Хо миңә ғашиҡ булғайны. Ә минең уға ҡарата бер хисем дә юҡ ине. Сит ил кешеһе булғанға ғына ипле итеп һөйләшеп йөрөнөм. Ул хатта бер мәл йәй көнө Өфөгә килеп төштө. Тыуған яғыма алып ҡайтып күрһәтеп йөрөтөп килдем. Шунан һуң ул: «Әгәр мин Мәскәүҙән генә ҡайтып китһәм, Рәсәйҙә кешеләр шулай йәшәй икән, тип уйлар инем, әле ауылығыҙҙа булып, милли ризыҡтарығыҙҙы ауыҙ итеп, халыҡтың ихласлығын күреп, үҙем өсөн бөтөнләй икенсе Рәсәйҙе астым», – тине. Ул мине үҙ иленә алып ҡайтырға теләне. «Тормошоңда уңышһыҙлыҡтарға тарыһаң, минең рәнйеш, тип аңларһың, һин минең мөхәббәтемде кире ҡаҡтың», – тип бик рән­йеп китте. Күрәһегеҙ, ике осраҡта ла нигеҙһеҙ рәнйештәр ҡабул булмай. Ошо тарих тураһында «Алтынтауҙағы ант» тигән повесть яҙылды. Уны ла уҡыусылар бик оҡшатты.

– Иң бәхетле көнөгөҙ ҡасан булды икән?

– Бәхетле көндәр күп булды, Аллаға шөкөр. Тәүге шиғырым «Ленинсы» гәзитендә баҫылып сыҡҡас, бик шатландым. Минең һүҙҙәргә күп композиторҙар көй­ҙәр ижад итте. Хөсәйен Әхмәтов, Нариман Сабитов, Камил Рәхимов, Шамил Ҡолбарисов, Тәлғәт Шәрипов, Бәхти Ғайсин һәм баш­ҡаларҙың йырҙары яңғыраған һайын ҡыуана инем. Тәүге балам тыуып, әсәй булғас та үҙемде иң бәхетле кеше итеп тойҙом.

– Ниндәй китабығыҙ (әҫәрегеҙ) иң ҡәҙерлеһе?

– Уны әйтеүе ҡыйын. Ә шулай ҙа балалыҡ йылдарым тураһында яҙылған «Сәмреғош ҡанат ҡаға» повесын уҡыусылар яратып ҡабул итте. Берәй ергә осрашыуға бар­һаҡ: «Ә-ә, һеҙ шул әҫәрҙең авторымы ни әле?» – тип ҡы­ҙыҡһынырҙар ине.

– Тормошта берәй үкенесегеҙ ҡалдымы?

– Үкенесем юҡ. Етем баланың Өфөгә художество-театр училищеһында белем алыуы, Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыуы, баш ҡалала яҙыусылар менән бергә Кремлдең Съездар һарайында булыуы үҙе бәхет түгелме ни?!

Шөкөр, яҙмышым менән ҡәнәғәтмен. Тормош иптәшем Ирек Һаҙый улы Сөләймәнов менән 52 йыл бергә йәшәнек. Ҡәйнәм Фатиха 30 йыл беҙҙең менән бергә торҙо. Ике улыбыҙ булды. Өлкәне Булат – физика-математика фәндәре докторы. Кесеһе Урал Мәскәүҙә йәшәй. Ейәндәремде күрҙем.

Сит илдәрҙә лә сәйәхәттә булдым: Италия, Финляндия, Швеция, Голландия, Венгрия, Австрияны күрергә насип итте. Тормоштан ҡәнәғәт булып йәшәргә кәрәк.

– Һеҙгә юбилей көндәрендә бик күп гөлләмәләр бүләк итәләр. Ниндәй сәскәләрҙе айырыуса яратаһығыҙ?

– Ынйы сәскәһен. Артыҡ ҡупшы ла, бейек тә түгел үҙе, ә шул тиклем хуш еҫ тарата. Яҙғы сәскәләрҙең береһе. Тик күп өҙәләр. Хәҙер «Ҡыҙыл китап»ҡа ла ингән, ахыры. Ынйы сәскәһен яратҡанымды белгән туғандар, дуҫтар тыуған көнөмә һәр ваҡыт шулар­ҙы бүләк итергә тырыша.

– Ауыр заманда, юҡлыҡта үҫкәнһегеҙ, аслы-туҡлы йәшәгәнһегеҙ. Шуға ла һеҙ ризыҡ ҡәҙерен бик беләһегеҙ. Бөгөн һеҙҙең өҫтәлдә һәр ваҡыт витаминлы аштар була. Ә ниндәй ризыҡты айырыуса яратып ашайһығыҙ?

– Бөтә ризыҡтарҙы ла яратам. Үҙемдең сәләмәтлегемә ярағаны, ярамағаны бар. Һуғыш ваҡытында таҡы-тоҡо ашап, ашҡаҙаныма зыян килгән, күрәһең. Нимә генә кимермәнек тә, нимә генә ашаманыҡ. Ер генә ашаманыҡ. Ниңәлер һөт эсә алмайым. Баш­ҡа бөтә ризыҡтарҙың да ҡәҙерен белеп туҡланабыҙ. Ашалмай ҡал­ғандарын ҡоштарға сығарып бирәм.

– Төрлө осорҙо кисергән кеше булараҡ, һеҙҙең бөгөнгө тормошҡа ҡарашығыҙ нисек?

– Әлбиттә, тормош алға бара. Кешеләр ҙә үҙгәрә. Был уларҙың үҙҙәрен тотошонда ла, кейгән кейемендә лә, мөнәсәбәттәрендә лә күренә.

Хәҙер кешеләр бер-береһе менән бик аралашып йәшәмәй. Туғандар, күршеләр араһында ла әллә ни яҡынлыҡ һиҙелмәй – шуныһы эсте бошора.

Элек беҙҙең өйҙән кеше өҙөлмәне. Ике туғаны ла, өс туғаны ла, туған булмағаны ла йомоштары менән килер ине. Улар иҙәндә ятып йоҡлаһалар ҙа риза. Ә миңә үҙҙәрен Өфө буйлап йөрөтөргә тура килә торғайны. Кемеһелер – дауаханаға, кемеһе балаһын уҡытырға алып килә...

Хәҙер генә, инде өлкәнәйгәс, ул тиклем мәшәҡәтләмәй башланылар... Шулай ҙа бер ваҡытта ла күңел тарлығым булманы. Бары менән һыйлап ебәрҙем. Риза булып киттеләр. Ихласлыҡ онотолмай. Барыбыҙ ҙа шулай йәшәргә тырышайыҡ. Ғүмер бер генә бит.


Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Читайте нас