+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
28 Мая 2021, 06:57

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Ейәнсура баш­ҡорт интернат-гимназияһында райондың төрлө ауыл­дарынан балалар белем ала. Ә XI синыфты 10 уҡыу­сы тамамларға йыйына икән.

– Уларҙы мин алтынсынан алып етәкләйем. Төрлө яҡтар­ҙан булһалар ҙа, татыуҙар, берҙәмдәр. Нәркәс Хәсәева уҡыуҙан өлгө күр­һәтһә, Гүзәлиә Искәнйәрова, Нурания Сырлыбаева, Аслан Дәминев, Алмас Саматовтар төрлө бәйгеләрҙә һынатманы, еңеүсе, при­зёр­ҙар булып танылды, – ти уҡытыусылары Гөлназ Миңлебай ҡыҙы Итбаева.

Ун беренселәр тәрбиәселәре Гөлнара Барис ҡыҙы Бир­ҙеғоловаға рәхмәтле булыуҙарын да еткерҙе.
Читайте нас