+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
30 Май 2021, 12:08

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Ҡаҙмаш мәктәбен быйыл 11 уҡыусы тамамлай: 3 егет һәм 8 ҡыҙ.– Улар менән айырылыуы ҡыйын булыр инде. Береһенән-береһе уңғандар, әүҙемдәр, һәләтлеләр.

Наил Зәйнуллин менән Ләйсән Һибәтовалар – гел «бишле»гә генә, ә Гүзәлиә Асҡарова, Нурзилә Әйүпова, Наҙгөл Зәйнуллина, Айгизә Ибраһимова, Әминә Садиҡова, Фидәлиә Тәхәүетдинова һәм Заһиҙә Рәжәповалар «дүртле», «бишле»гә уҡыны, – тип һөйләне синыф етәкселәре Илүзә Хатип ҡыҙы Яҡупова.

Беҙҙең өсөн шул өлгөлөләр араһында йәш хәбәрсебеҙ, «Йәншишмә» гәзитенең Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһы лауреаты Заһиҙә Рәжәпованы күреү ҡыуаныслы булды.

Әбйәлил районы.

Читайте нас: