-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
18 Июнь 2021, 11:54

Байрамығыҙ ҡотло булһын!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Фәйзрахман улы Әминевкә – 80 йәш.

Ул 1941 йылдың 18 июнендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуған. Ул бала саҡтан актёр булырға хыяллана. Мәктәп йылдарында уҡ башҡорт театры эшмәкәрҙәрен белә, белем усағында ҡуйылған спектаклдәрҙә ҡатнаша.
1970 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай һәм бөтә ғүмерен театрға бағышлай. 40 йылдан ашыу Салауат башҡорт драма театрында эшләй. 2012 йылда хаҡлы ялға сыға.
Рим Әминев театрҙың «икенсе» быуын актёрҙары араһында иң сағыу вәкиле һанала. Спектаклдәрҙәге ролдәре бихисап. Шуларҙың бер нисәһе: Дамир – «Балаҡайҙарым» (Әнғәм Атнабаев), Иҫәнбай – «Ҡыйыу ҡыҙҙар» (Тажи Ғиззәт), Кәрим бай – «Башмағым» (Хәбибулла Ибраһимов), Рәжәп, Абдулла – «Әбейҙәргә ни етмәй» (Флорид Бүләков), Бәҙри – «Ғәлиәбаныу» (Мирхәйҙәр Фәйзи), Рәфис, Шәһит – «Хушлашыу» (Туфан Миңнуллин), Фәруҡша – «Әсәләр көтәләр улдарын» (Әсғәт Мирзаһитов), Палач – «Салауат» (Мостай Кәрим), Әүлиә – «Әҙип хан» (Айҙар Хөсәйенов) һәм башҡалар.
Рим Фәйзрахман улына бәхетле ҡартлыҡ, оҙон-оҙаҡ ғүмер теләйбеҙ.
Читайте нас: