+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
8 Март 2022, 10:05

Беҙ - әсәйҙең биш балаһы

 Яҙҙың иң матур байрамы ла килеп етте. Бөтә өләсәйҙәрҙе, әсәйҙәрҙе, апайҙарҙы, инәйҙәрҙе, ҡыҙҙарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!

Беҙ - әсәйҙең биш балаһы
Беҙ - әсәйҙең биш балаһы

Әсәйем Мәҙинә  Ғилфан ҡыҙы – 7 балалы татыу ғаиләлә баш бала. Ата-әсәһенә барлыҡ туғандарын тәрбиәләүҙә һәм  үҫтереүҙә төп ярҙамсы була. Брәтәк 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, урта белем алыу өсөн Ишембай ҡалаһындағы интернат-мәктәпкә уҡырға бара. Уны тамамлағас, ауылдың балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә инә. 1992 йылда Байназар ауылына килен булып төшә. Атайым менән 4 малай һәм  1  ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр.  2009 йылда Президент  Мортаза Рәхимов ҡулынан Әсәлек даны миҙалы менән бүләкләнә.

     Миңә һәм ағайҙарыма бер ҡасан да бирешмәй, алға, тик алға юлланырға, тигән маҡсат ҡуйҙы ул. Ҡыҙ бала булғас, миңә  бәләкәй саҡтан уҡ бешеренергә лә, тегенергә лә өйрәтте. Беҙгә гел дә ярҙам итеп, барыбыҙға ла кәңәш бирергә, һәр беребеҙҙең фекерен тыңлап, гел дә хәстәрләп торорға тырыша әсәйем. Бишебеҙҙе лә  "кескәйем, тәнәйем, бәпесем" тип йөрөтә ул. 

     Мин әсәйемә әлегеләй иң яҡшы әсәй, апай һәм инәй булып ҡалыуын һәм киләсәктә иң бәхетле  өләсәй булыуын теләйем. Беҙҙе яратып, наҙлап үҫтергәне өсөн уға мең рәхмәтлебеҙ. Байрам менән һине, әсәй!

Ҡәҙриә САЛАУАТОВА,

VIII синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы,

Байназар мәктәбе.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: