+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
24 Март 2022, 10:10

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле ветераныбыҙ Хәлиҙә Чембарисова 20 йылдан ашыу ғүмерен балалар һәм үҫмерҙәр матбуғатына бағышланы. Ошо йылдар эсендә күпме йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙе ҡанатландырып, серле лә, илаһи ла ижад донъяһына юл асырға ярҙам итте ул. Әле улар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ! Бөгөн дә «Йәншишмә»нең элекке йәш хәбәрселәре остаздарының хәлен белеп, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп тора.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

– Ҡайҙа ғына эшләмәнем, шулай ҙа күңелемә иң яҡыны «Йәншишмә» гәзите редакцияһы булды, – ти юбиляр.
Ул үҙе матур йөкмәткеле хикәйәләр ҙә ижад итә, төрлө әҙәби конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштар яулай.
Әле Хәлиҙә Хәсән ҡыҙы – хаҡлы ялда, 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Беҙ үҙен һәр ваҡытта киң күңелле, үҙ эшен еренә еткереп башҡара белгән, олоһона ла, кесеһенә лә ярҙамсыл, кәңәшсе булған хеҙмәткәр итеп беләбеҙ. Ул – тормош иптәше Ринат Шәй­ҙулла улының яратҡан ҡатыны, ғәзиз балалары Лилиә менән Марселдең – терәк-таянысы ла. Ейәне Руслан менән ейәнсәре Аделина өсөн өҙөлөп торған бәхетле өләсәй.
Хәлиҙә Хәсән ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотлап, күңел түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәктә һау-сәләмәт булып, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, оҙон, бәрәкәтле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Бөгөн – һинең моңдан торған көнөң,
Күркәмдәрҙән-күркәм бер мәлең.
Аҡ яҙмышың һиңә бүләк итһен
Был донъяның барлыҡ саф йәмен.
Ҡыуаныстар артып торһон,
Бәхеттәр килһен йөҙөп.
Яҡындарың һөйөнһөндәр,
Йәшә йылмайып, көлөп.

«ЙӘНШИШМӘ»ЛӘР.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: