+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
16 Апрель 2022, 16:30

Бер мәктәптән – ике еңеүсе!

Өфө ҡалаһының 21-се лицейында  "Толстой уҡыуҙары" исемле район фәнни-практик конференция үтте. 119-сы мәктәптең 2 уҡыусыһы лайыҡлы I урындарҙы яулап, мәктәптең данын күтәргән. Кемдәр, тиһегеҙме?

Бер мәктәптән – ике еңеүсе!
Бер мәктәптән – ике еңеүсе!

Улар: I синыф уҡыусыһы Камилла Мирғәлиева "Йәш һүрәт төшөрөүсе" номинацияһында еңһә, ә VI синыф уҡыусыһы Аман Балапанов  "Йәш тәржемәсе" номинацияһында урын яулаған. Ике еңеүсене лә мәктәптең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Сәриә Фазулла ҡыҙы Ишкинина әҙерләгән. Афарин, ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар килеп торһон!

Бер мәктәптән – ике еңеүсе!
Бер мәктәптән – ике еңеүсе!
Бер мәктәптән – ике еңеүсе!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: