+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Май 2022, 12:33

Ихлас күңелдән!

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әнисә Яхинаны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! «Йәншишмә»ләр.

Нәфис һүҙ оҫтаһы Әнисә Алтынтимер ҡыҙы Яхина 1952 йылдың 11 майында Стәрлебаш районының Табылды ауылында тыуған. 1976 йылда – Өфө циркы ҡарамағындағы Башҡорт цирк студияһын, 1989 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған. Башҡорт ҡурсаҡ театрында ла, Өфөнөң Башҡорт цирк коллективында ла эшләй ул. 1976 – 2002 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында һөйләү жанры артисы була. 2002 – 2005 йылдарҙа Әнисә Яхина Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының сәнғәт бүлеген етәкләй. Ә 2005 йылдан ул филармонияның художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2011 – 2014 йылдарҙа Өфөләге «Мираҫ» хәйриә фонды етәксеһе була.

Республика кимәлендә үткән бик күп концерттарҙың алып барыусыһы булараҡ билдәле Әнисә Алтынтимер ҡыҙы Яхинаның репертуары бик бай. «Табыныу», «Һин ашыҡма, ҡояш», «Мин яратам һине, тормош» (Рәми Ғарипов), «Халҡыма хат» (Рауил Бикбаев), «Ер-әсә» (Абдулхаҡ Игебаев), «Мәңгелек йән – моң икән» (Розалия Солтангәрәева), шулай уҡ Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәб Биишева, Әнғәм Атнабаев, Әнисә Таһирова, Гөлфиә Юнысова, Зөһрә Ҡотлогилдина һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарына концерт программалары, әҙәби-музыкаль кисәләре билдәле. Әнисә Яхина республикабыҙ тамашасылары алдында ғына сығыш яһап ҡалмай, Советтар Союзы, Рәсәй, Испания, Польша, Эстония, Ҡаҙағстан буйлап гастролдәрҙә була.

Әнисә Алтынтимер ҡыҙын күркәм байрамы – 70 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Артабан да ижад ҡомарығыҙ һүнмәүен теләйбеҙ.

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: