+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Май 2022, 13:20

Евгений Евтушенко менән бергә уҡыған

Бөгөн — Мөкәрәмә Садиҡованың тыуған көнө.

Яҙыусы, драматург Мөкәрәмә Садиҡова беҙҙең гәзиттә лә бүлек мөдире булып эшләгән. Уның «Алтынтауҙағы ант», «Сәмреғош ҡанат ҡаға», «Үрҙәргә артылғанда», «Юлай уҡырға өйрәнә», «Кәнфиттәр ҡайҙа үҫә?» әҫәрҙәре балаларға таныш. 2017 йылда донъя күргән «Бәхет ҡанаттары» тигән китабында ла мөғжизәле бала саҡ һүрәтләнә. Мөкәрәмә Садиҡова әҙәбиәт һөйөүселәргә шулай уҡ драматург булараҡ та билдәле. 2001 йылда сыҡҡан «Һауалағы торна» исемле китабына уның пьесалары ингән.

Бер интервьюһында Мөкәрәмә Садиҡова Женя исемле малай менән бер приютта тәрбиәләнгәне тураһында һөйләй. Урыҫ шағиры үҙенең поэмаһында «Бәләбәй» һүҙен ҡуллана, шуның аша уның Евгений Евтушенко икәнен аңлай.

Мөкәрәм Садиҡова бөгөн дә тыуған яҡтарын онотмай. Яңыраҡ ҡына ул Бәләбәй яҡтарында булып ҡайтты. Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Фото: vk.com.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: