+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Май 2022, 14:20

Ҡотлайбыҙ, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы!

Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә күренекле шағир, яҙыусы, драматург, сатира оҫтаһы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған «Хазинаға тиң ижад» тип аталған Хәтер кисәһе үтте.

Шулай уҡ сара үҙ эсенә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән Буранбай Исҡужин исемендәге сатира, юмор һәм лаҡаптар конкурсының йомғаҡлау кисәһен дә алды. Тап шул конкурста гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай интернат — гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова — Алдырханова II урынға лайыҡ булды.

Афарин! Һеҙгә тағы ла еңеүҙәр теләйбеҙ!

Мәғлүмәт: vk.com

Фото: Ә. Кәримова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: