+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Июнь 2022, 15:48

Билдәле хирург, профессор Вил Тимербулатов 70 йәшен билдәләй

Вил Мамил улын күркәм тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Уға яңы ҡаҙаныштар һәм, иң мөһиме, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. 

Вил Тимербулатов 1952 йылда Ишембай районының Ишәй ауылында тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас, 1969 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Ҡулына ҡыҙыл диплом алып, хеҙмәт юлын Благовещенда үҙәк дауаханаһы хирургы булып башлай. 1979 йылда ординатураға уҡырға ингәс, колопроктология йүнәлеше менән ҡыҙыҡһына башлай. Ординатуранан һуң Өфөлә 8-се ҡала клиник дауаханаһында эшләй. 1983 йылда Мәскәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1989 йылда медицина фәндәре докторы була. Ә 1991 йылда профессор дәрәжәһен ала. 1994 йылдан алып 2011 йылға тиклем – 17 йыл Башҡорт дәүләт медицина университетына етәкселек итә.

Хрирургия өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған ғалим-хирург Вил Мамил улын бөгөн Конгресс-холда ҡотланылар. Ул үҙен бик бәхетле, тип һанай, сөнки тыуған еренә тоғро ҡалып, үҙ Башҡортостанына, үҙ халҡына хеҙмәт итә, улдары Мәхмүт менән Шамил уның юлын дауам итә.

Фото: vk.com.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: