+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Июнь 2022, 11:00

«Беҙ — Бала саҡ иленән» конкурсы тамам

Сайтыбыҙҙа йәш рәссамдар араһында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап үткәрелгән «Беҙ — Бала саҡ иленән» конкурсы тамам. 5 майҙан 1 июнгә тиклем барҙы ул.

Еңеүселәрҙе тауыш биреү юлы менән сайтҡа инеүселәр үҙҙәре билдәләне. Шулай итеп, I урынды – Сибай ҡалаһындағы мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенән VII синыф уҡыусыһы Ислам Ҡаһармановтың «Йәй» һүрәте (15 тауыш), II урынды – Туймазы районы Серафимовкалағы 3-сө мәктәптән Маргарита Шәрифуллинаның «Ҡояшлы йәйге иртә» һүрәте (5 тауыш), шул уҡ белем усағынан Лилиә Фәхрәзованың «Йәйге туғай» һүрәте III урынды яуланы (4 тауыш).

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Вәғәҙә иткәнебеҙсә, тәүге өс призлы урын алған һүрәт авторҙарына иҫтәлекле бүләк һәм «Йәншишмә» гәзите редакцияһының Почёт грамотаһы тапшырыласаҡ.

Конкурста ҡатнашҡан эштәрҙе ошонда ҡарай алаһығыҙ.

Автор:гәзите "Йәншишмә"
Читайте нас: