+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
6 Июнь 2022, 10:35

Афарин, "Төлкәҫ" төркөмө бейеүселәре!

– Сағыу энергия, һоҡланғыс дәрт-дарман, матурлыҡ солғанышында киң ҡолас менән үтте Сибай ҡалаһында «Байыҡ – 2022» балалар бейеү телевизион конкурсы.

Афарин, "Төлкәҫ" төркөмө бейеүселәре!Афарин, "Төлкәҫ" төркөмө бейеүселәре!
Афарин, "Төлкәҫ" төркөмө бейеүселәре!

Бәйгенең иң тулҡынландырғыс, шатлыҡлы мәлдәренең береһе, әлбиттә, Самира Ноғайғолованың "Заһиҙә" бейеүе менән Гран-при яулауы, "Төлкәҫ" төркөмөнөң һәм Илшат Ҡотовтың лауреат исемдәренә лайыҡ булыуы. Ошо конкурсҡа әҙерләүсе хореографтарыбыҙ Айгөл Фәрит ҡыҙына, Илшат Хәтим улына, Красноусол ауыл хакимиәтенә, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы етәкселегенә, ата-әсәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ, – ти Гөлназ Шафиева.

Ҡотлайбыҙ, тағы ла ҙурыраҡ уңыштар яуларға яҙһын һеҙгә, бейеүселәр!

 

Фото: vk.com

Афарин, "Төлкәҫ" төркөмө бейеүселәре!
Афарин, "Төлкәҫ" төркөмө бейеүселәре!
Афарин, "Төлкәҫ" төркөмө бейеүселәре!
Афарин, "Төлкәҫ" төркөмө бейеүселәре!
Афарин, "Төлкәҫ" төркөмө бейеүселәре!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас