+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
14 Октябрь 2022, 20:00

Ҡотлайбыҙ, Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы!

Гәзитебеҙҙең әүҙем авторы, тоғро дуҫыбыҙ Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы Шәмсетдинова Стәрлетамаҡ ҡалаһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Ғәли Ибраһимов исемендәге  премияһы менән бүләкләнде.

Ҡотлайбыҙ, Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы!Ҡотлайбыҙ, Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы!
Ҡотлайбыҙ, Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы!

– Үҙем Ишембай районынан булһам да, бөтә ғүмерем Стәрлетамаҡ ҡалаһына бәйләнгән минең. Ошонда ғаилә бәхете, эш бәхете татыным. Һәм башҡорт әҙәбиәтенең бер өлөшөн тәшкил иткән ижадым да ҡәҙерле ҡалама арналған.

Республика көнөндә хакимиәт етәксеһе Рөстәм Фәрит улы Ғәзизов ҡулынан Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһы менән бүләкләнеүем киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуя, яңы бурыстар йөкләтә.

Ижадымды тәрән баһалаған ҡала хакимиәтенә, ҡала мәҙәниәт бүлегенә, СДПА-ның башҡорт төрки филологияһына, Яҙыусылар союзы һәм Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһына рәхмәтемде белдерәм, – ти шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова.

Беҙ ҙә ҡушылабыҙ ҡотлауҙарға, һеҙгә һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

 

Фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас