+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ҡотлайбыҙ!
19 Октября 2022, 10:55

"Тамыр"ҙарҙы ҡотлайбыҙ!

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Тау-тау хәбәр" программаһы Мәскәүҙә балалар тапшырыуҙары араһында үткәрелгән "TЭФИ-KIDS" Рәсәй милли телевизион конкурсында еңеү яуланы! 

Уларҙы «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында бүләкләп, «TЭФИ-KIDS» премияһының төп призы — Орфей статуэткаһын тапшырҙылар.

- TЭФИ-KIDS – тотош ил өсөн мөһим ваҡиға. Заманса балалар тапшырыуҙарын булдырыу ҙур инвестициялар талап итә. Халҡыбыҙға  хас булған ҡиммәттәрҙе күрһәткән контенттың әһәмиәтен өлкәндәр лайыҡлы баһаланы. Хәҙер сифатлы нәфис һәм анимацион фильмдар, балалар телевизион проекттары булдырыла. Төбәктәрҙә хәл әлегә ҡатмарлы булып ҡала, әммә бар көсөбөҙҙө, күңелебеҙҙе биреп балалар проекттарын әҙерләүҙе артабан да дауам итәбеҙ. «ТЭФИ-KIDS» ойоштороусыларына награданың кимәле, иң мөһим тамашасылар – балалар өсөн сығарылған программа һәм фильмдарға хөрмәт күрһәтеүгә лайыҡлы майҙансыҡ булдырғандары өсөн рәхмәт! – ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.

"Тамыр"ҙарҙы сираттағы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: vk.com

 

"Тамыр"ҙарҙы ҡотлайбыҙ!
"Тамыр"ҙарҙы ҡотлайбыҙ!
"Тамыр"ҙарҙы ҡотлайбыҙ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас