+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
20 Октябрь 2022, 16:40

«Беренсе синыфҡа барам» конкурсы еңеүселәрен бүләктәр көтә!

Гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә «Беренсе синыфҡа барам» конкурсы уҙғарылғайны. Бик күп хаттар алдыҡ, ҡатнашыу­сылар байтаҡ булды. Ә еңеүселәр махсус ҡушымта ярҙамында билдәләнде. Әлбиттә, был бәйге бик ҡыҙыу барҙы, бөтәһе лә еңеүгә лайыҡ ине. Ҡатнашҡан балаларҙың барыһына ла, шулай уҡ гәзит-бүләк ойошторған әсәй-өләсәй, уҡытыусыларға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.

Шулай итеп, иң күп тауыш йыйып, өс уҡыусы еңеп сыҡты. Уларҙы редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.
I урынды Айназ һәм Илназ Минһажевтар (Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия), II урынды Аяз Шаһимәрҙәнов (Бөрйән районы, Мәһәҙей мәктәбе), III урынды Нәзилә Һибәтуллина (Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия) яуланы.
Игеҙәктәр Айназ һәм Илназ Минһажевтар һәм Нәзилә Һибәтуллина ха­ҡында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Ә бына Аяз ниндәй уҡыусы икән? Уның тураһында II синыфтағы Ынйы апаһы бына нимәләр яҙа: «Ғаиләбеҙҙә өс бала булғас, ҡустыма биштәрҙе хөкү­мәттән бүләк иттеләр. Беҙҙең тағы бәләкәй генә ҡус­тыбыҙ бар. Исеме – Нияз, 10 айлыҡ ҡына әле. Беҙ уны ныҡ яратабыҙ.
Аяз ҡустым уҡырға ҡыуанып барҙы. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк яҙыр­ға, хәрефтәрҙе танырға өйрәнгәйне. 100-гә тиклем һанай белә, һүрәт төшөрөргә ярата. Тыныс, ипле генә ул минең ҡустым».
– Әле улым белем усағында тырышып уҡып йөрөй, мәктәптә уға ныҡ оҡшай, – ти Аяздың әсәһе.
Бына ошондай шәп, әүҙем, тырыш уҡыусылар ҡатнашты бәйгелә.
Ҡотлайбыҙ, беренселәр! Һеҙгә уңыштар, яҡшы билдәләр алыуығыҙҙы һәм күк йөҙөбөҙҙөң салт аяҙ булыуын теләйбеҙ.

Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: