+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
30 Ноябрь 2022, 12:05

«Киске Өфө» гәзитенең сыға башлауына – 20 йыл

2002 йылда Өфө ҡалаһы халҡы тарихи ваҡиғаға шаһит булды.

«Киске Өфө» гәзитенең сыға башлауына – 20 йыл
«Киске Өфө» гәзитенең сыға башлауына – 20 йыл

Баш ҡалала йәшәүселәр өсөн башҡорт телендә «Киске Өфө» гәзите сыға башланы. Уның ойоштороусыһы – Өфө ҡалаһы ҡала округы, ә ижади нигеҙ һалыусылары – «Вечерняя Уфа»ның ул саҡтағы баш мөхәррире Марат Муллаҡаев һәм яңы гәзиткә мөхәррир итеп тәғәйенләнгән Гөлфиә Янбаева. Тәүгеләрҙән булып унда Әлфинә Ҡарағужина, Айҙар Хәкимйәнов, Валерий Ғәйнетдинов, Әхмәр Үтәбаев, Азат Ярмуллин, Әминә Имашева, Шамил Харисов, Рәшиҙә Мәхийәновалар эш башланы. Улар баш мөхәррир Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы етәкселегендә бай йөкмәткеле, тәрән фекерле, уҡымлы баҫманы әҙерләүгә күп көс һалды. Редакцияла билдәле ғалимдар, яҙыусылар, артистар, йәштәр менән ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойошторолдо. Ҡала гәзите булып донъя күргән баҫма яйлап республика халҡының да күңелен яуланы.

Бөгөнгө хеҙмәткәрҙәре Фәүзиә Мөхәмәтшина, Ләйсән Нафиҡова, Зәйтүнә Ниғмәтйәнова, Сәриә Ғарипова, Алһыу Кинйәбаева, Артур Батыршиндар баш мөхәррир Гөлфиә Янбаева менән халҡыбыҙға әһәмиәтле мәғлүмәт еткереүҙе дауам итә. «Киске Өфө» гәзите хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар, тоғро уҡыусылар теләп ҡалабыҙ!

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: