+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Декабрь 2022, 11:00

Рәссам һәм скульптор Мәүлитбай Хәлиловҡа – 70 йәш

Эшкә барғанда көн һайын ошо һын тапҡырынан уҙам. Уны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Мәүлитбай Хәлилов һынландырған.

Рәссам һәм скульптор Мәүлитбай Хәлиловҡа – 70 йәш
Рәссам һәм скульптор Мәүлитбай Хәлиловҡа – 70 йәш

«Әсәлек символы» композицияһы Өфөнөң Дим районындағы ҡала клиник дауаханаһының бала табыу йорто янында урынлашҡан (2005). Ә уның эскизын 2000 йылдарҙа һүрәттәр бәйгеһендә ҡатнашыусы 113-сө мәктәп уҡыусыһы Альберт Маннанов (уҡытыусыһы – Наталья Решетько) яһаған икән. Был скульптура 20 йылға яҡын инде тирә-яҡҡа йәм биреп тора.

Бөгөнгө юбилярыбыҙ Мәүлитбай Рамаҙан улы Хәлилов 1952 йылдың 2 декабрендә Ишембай ҡалаһында тыуа. 1981 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлай. Ул – Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы һәм «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы (1995).

Скульпторҙың эштәре Өфөлә Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество, Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары фондында һаҡлана, Салауат районының «Янғантау» шифаханаһының картиналар галереяһында бар.

Иң билдәле эштәренең береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә мәрмәрҙән ҡойолған һәйкәл. Ошо хеҙмәте өсөн 2003 йылда Назар Нәжми исемендәге премия лауреаты була ул. Шулай уҡ Ишембайҙа Әхмәтзәки Вәлидигә, «Красноусол» шифаханаһында урынлашҡан «Тере һыу», «Янғантау» ял йортонда «Көтөүсе» һәйкәлдәре, Стәрлетамаҡ һәм Мәсетле райондарында ҡуйылған стелалары билдәле.

Мәүлитбай Рамаҙан улын бөгөнгө күркәм байрамы менән ҡотлап, уға тағы ла ижади үрҙәр теләйбеҙ.

 

Фото: www.webturizm.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: