-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Декабрь 2022, 10:00

«Ҡаҫмарт йылғаһы буйынан бер йорт һатып алырға ине...»

Күренекле яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йыһат Солтановҡа – 90 йәш.

Ул - интернетты әүҙем ҡулланған бик үҙенсәлекле шәхес. 2013 йылда «Бәйләнештә» төркөмөндә «Мин битемде астым!» тип үҙе тураһында ошондай мәғлүмәт ҡуйған: «Йыһат Солтанов 1932 йылда Ейәнсура районының (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы) Сәнкем-Биктимер ауылында тыуған. Һунарсы башланғыс мәктәбен тамамлағас, Жёлтое ауылындағы 7 йыллыҡ мәктәпкә V синыфҡа уҡырға бара. Әммә ауырыу сәбәпле, уны тамамлай алмай. Өс йыл түшәктә ята. Ныҡышмал холҡо ярҙамында аяҡҡа баҫа. Шул йылдарҙа үҙ алдына уҡып, белемен камиллаштыра, шиғырҙар яҙа...»

Шағир булараҡ - 1953 йылда («Моряк һүҙе» тигән шиғыры «Әҙәби Башҡортостан» журналында), ә прозаик булараҡ 1957 йылда («Урман бабай» тигән хикәйәһе «Пионер» журналында) тәүге тапҡыр матбуғатта күренә. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1960 – 1970 йылдарҙа иң күләмле әҫәрҙәр –  «Ерем, кешеләрем», «Йәдкәр», «Коммунист» романдарын һәм унлаған повесть ижад итә. Ул әле лә том-том әҫәрҙәр яҙа. Яңыраҡ ҡына Йыһат Солтановтың «Вечная память или начало начал» һайланма әҫәрҙәренең 4-сеһе донъя күрҙе.

Беҙ Йыһат Әҙеһәм улының күркәм байрамында яҡындарының иғтибарын, халҡының ихтирамын тойоп, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.

Ә ни эшләп мәҡәләнең исеме улай  икән, тип аптырамағыҙ. Йыһат ағайҙың «Бәйләнештә» төркөмөндә тағы ла шундай яҙыуы бар: «ДУҪТАР! ҠАРТАЙҒАНДА ТЫРТАЙҒАН, ТИМӘҺӘГЕҘ, ТЕЛӘГЕМДЕ БЕЛДЕРӘМ. ТЫУҒАН ЯҒЫМ ЫРЫМБУР ӨЛКӘҺЕНЕҢ ҠЫУАНДЫҠ РАЙОНЫ ҠАҪМАРТ ЙЫЛҒАҺЫ БУЙЫНАН БЕР ЙОРТ ҺАТЫП АЛЫРҒА ХӘЛЛЕ ГЕНӘ ЗАМАНДАШТАРЫМ АҠСАЛАТА ҺӘМ ӘХЛАҠИ ЯРҘАМ ИТЕРМЕ ИКӘН?»

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: