+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
5 Декабрь 2022, 12:18

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Риф Фәтих улы Ғәбитовҡа – 70 йәш

Эйе, бөгөн 70 йәше тулды, юбилейы данлыҡлы милләттәшебеҙҙең! Уның тураһында дуҫтары: «Бейемәй нисек түҙһен, уның бит сәсе лә, хатта мыйығы ла бейей», - тип шаярта.

Риф Фәтих улы Ғәбитов 1952 йылда Белорет районының Аҙналы ауылында тыуған. 1967 – 1970 йылдарҙа Өфөнөң 1-се интернат-мәктәбендә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт интернат-гимназияһы) белем ала. Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Бейеү уның бар булмышын яулап ала, шуға күрә уҡытыусылыҡ эшен ҡалдырып, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә килә. 1995 йылда «Еҙ үксә», «Көтөүсе йыры», «Башҡортса краковяк» бейеүҙәрен ҡуйғаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә.

Бөгөнгө юбиляр Риф Фәтих улы Ғәбитовҡа ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижад ҡомары, халҡын яңынан-яңы бейеүҙәре менән ҡыуандырыуын теләйбеҙ!

Әйткәндәй, 13 декабрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Риф Ғәбитовтың юбилейына арналған ижад кисәһе була. Рәхим итегеҙ!

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: