-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
8 Декабрь 2022, 09:30

Бөгөн - журналист, яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе Сәрүәр Суринаның тыуған көнө

Бала саҡта Башҡортостан телевидениеһы тапшырыуҙарын көтөп ала инем.

«Әкиәт йомғағы» тигәнендә «Ҡырлай урманында осрашыуҙар» телеспектакле иҫтә ҡалған. Шулай уҡ «Өс иҫәр таҙ менән бер аҡыллы ҡыҙ», «Кем көслө?» әкиәттәрен ҡарау ҙа бик ҡыҙыҡлы ине. Ә уларҙа ролдәрҙе башҡарған Рәүис Заһитов, Муллайән Һөйәрғолов, Ринат Бассариев, Ғаяз Алтыншин, Илдар Вәлиев, Зифа Дәүләтбаева, Нәғим Нурғәлин, Сара Буранбаева, Светлана Хәкимова, Фирҙәт Ғәлиев, Айһылыу Ғәлиналарҙы студент булып, баш ҡалала уҡый башлағас, театр тамашаларында күрҙем. Был телеспектаклдәрҙең сценарий авторы – Сәрүәр Сурина. Ә 1981 йылда төшөрөлгән «Һаранбай менән Зиннәт ағай» әкиәтенең редакторы (Сәрүәр Искәндәрова) ул. Бына шундай ижади эштәре (ә улар бик күп) менән беҙгә, балаларға, башҡорт халыҡ ижадына ҡарата һөйөү орлоҡтары һалған Сәрүәр Рәшит ҡыҙы.

«Хазина» ижад берекмәһен ойоштороусыларҙың да береһе ул  Сәрүәр Сурина. 2004 йылда ул төҙөгән сценарий буйынса үткәрелгән «Салауат йыйыны» барыһының да йәнен тетрәткәндер. «Уҙаман», «Заң», «Шәхес», «Китабеннас», «Алтын тирмә яҡтыһы», «Донъяның аҡ кейеҙе», «Алтын һуҡмаҡ», «Бер ауылдың тарихы», «Орнамент»... Былар барыһы ла - Сәрүәр Рәшит ҡыҙының күңел биреп башҡарған ижад емештәре.

Ҡыҫҡаса мәғлүмәт: Сәрүәр Рәшит ҡыҙы 1957 йылда Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Үҙҙәрендә һигеҙ йыллыҡ мәктәптә белем алғандан һуң 1971 – 1975 йылдарҙа Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә уҡый. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын 1980 йылда тамамлай. Хеҙмәт юлын Башҡортостан дәүләт радио һәм телевидение комитетының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар редакцияһында мөхәррир булып башлай. 1992 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Хазина» ижади берекмәһе хеҙмәткәре.

Сәрүәр апайҙы бөгөнгө күркәм байрамы – юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ижадында уңыштар, үҙенә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: