+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
17 Декабрь 2022, 10:51

Зөһрә Ҡотлогилдинаға - Салауат Юлаев ордены!

Талантлы шағирә, ғүмер буйы "Йәншишмә"("Башҡортостан пионеры") гәзитендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан журналистика ветераны Зөһрә Ҡотлогилдинаны юғары награда - Салауат Юлаев орденына лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ!

Зөһрә Ҡотлогилдинаға - Салауат Юлаев ордены!
Зөһрә Ҡотлогилдинаға - Салауат Юлаев ордены!

Кисә Башҡортостан яҙыусыларының сираттағы съезында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай етәксеһе Константин Толкачев тапшырған был орденды.

Зөһрә апай хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да һөнәренә тоғро ҡалып, төрлө гәзит-журналдар менән хеҙмәттәшлек итә. "Һуғыш балалары һөйләй" тигән проекты ғына ни тора?! Зөһрә Ҡотлогилдинаның бик күп шиғырҙарына йырҙар яҙылған, улар халыҡ араһында киң танылыу яуланы.

Ә ул булдырған журналистика мәктәбендә йәш хәбәрселәр, Башҡортостан матбуғаты өсөн һәләтле ҡәләм оҫталары тәрбиәләнде. 

"Йәншишмә" гәзитенең ветеранын юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Зөһрә Ҡотлогилдинаға - Салауат Юлаев ордены!
Зөһрә Ҡотлогилдинаға - Салауат Юлаев ордены!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: