+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
21 Декабрь 2022, 15:12

Уҡытыусыларға маҡтаулы исемдәр бирелде

"Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусылары - 2022" конкурсында еңгән һәм призлы урын алған педагогтарға "Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы" тигән маҡтаулы исем бирелде.

Уҡытыусыларға маҡтаулы исемдәр бирелде
Уҡытыусыларға маҡтаулы исемдәр бирелде

2-се "Смарт" республика күп йүнәлешле полилингваль гимназияһынан Ләйсән Сафиуллина конкурстың еңеүсеһе булһа, Мәсетленән Зилә Миңлебаева III урын яулағайны. 

Быйыл бәйгелә балалар баҡсалары тәрбиәселәре лә ҡатнашҡайны. Өфөләге 308-се башҡорт балалар баҡсаһынан Рәшиҙә Ғибәҙуллина еңеүсе исемен алды. Дыуан районынан Юлиә Фәтҡуллина иһә - III урында.

"Ирешкән уңыштарығыҙ тағы ла әһәмиәтлерәк ҡаҙаныштарға илһамландырһын! Һеҙҙең һәр берегеҙ мәғрифәтселек юлына аяҡ баҫып ҡына торған йәш коллегалар өсөн өлгө булып тора. Тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм һәм ысын күңелдән тағы ла юғарыраҡ ижади һәм һөнәри үрҙәр теләйем!
Маҡтаулы исемегеҙ ҡотло булһын, коллегалар!" - тип тәбрикләне уларҙы Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин.

Фото: https://vk.com/a.khazhin. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: