+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Ғинуар 2023, 22:45

"Аҡбуҙат" журналы Рәсәй Хөкүмәте премияһын алған

Республикабыҙҙың "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәрҙәре үткән йылда эшләгән матур эштәре өсөн Рәсәй Хөкүмәтенең 1 миллион һумлыҡ премияһына лайыҡ булды. 

"Аҡбуҙат" журналы Рәсәй Хөкүмәте премияһын алған
"Аҡбуҙат" журналы Рәсәй Хөкүмәте премияһын алған

Журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина, художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова, яуаплы секретарь Миңлегөл Тайсина, рәссамдар Азамат Ғарипов һәм Ирина Әхмәҙуллина "Башҡортостан медиашефлығы - Донбасс балаларына" махсус проектын тормошҡа ашырғайны. «Аҡбуҙат»тың  Донецк Халыҡ Республикаһы балалары өсөн урыҫ телендәге махсус һанын сығарҙылар. Унда Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәр бирелгән ине, шулай уҡ Донецк уҡыусыларының ижад емештәре лә баҫылды. Әйткәндәй, Донецк халыҡ республикаһында балалар өсөн матбуғат баҫмалары сыҡмай. 

Хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! 

Фото: bashgazet.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: