+17 °С
Дождь
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
14 Февраля 2023, 10:30

Ихлас күңелдән!

Филология фәндәре докторы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова бөгөн үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.

Ихлас күңелдән!Ихлас күңелдән!
Ихлас күңелдән!

Луиза Хәмзә ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡығанда беҙҙе башҡорт теленән уҡытты. Ул саҡта филология фәндәре кандидаты, өлкән уҡытыусы ине. Остазым үткәргән практик дәрестәр, имтихандар әле лә хәтерҙә. Һәр студентҡа иғтибарлы, ихтирамлы булды.

Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова 2007 йылдан – башҡорт теле кафедраһы мөдире, 2012 йылдан  БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы булды. Ул үҙе етәкселек иткән осорҙа факультетты  хеҙмәттәштәре, студенттары  менән бергәләп иң алдынғылар рәтенә сығарҙы.

Тел белгесе, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙын күркәм байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ижади эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, бәхет һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас