+31 °С
Ясно
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
18 Февраля 2023, 06:00

Ҡотлайбыҙ, Кәрим!

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған "XV Кейекбаев уҡыуҙары" республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.

Ҡотлайбыҙ, Кәрим!Ҡотлайбыҙ, Кәрим!
Ҡотлайбыҙ, Кәрим!

Был мәртәбәле сарала республикабыҙ төбәктәренән һәм Рәсәй өлкәләренән бик күп уҡыусылар  ҡатнаша. Конференцияны тантаналы асҡандан һуң ун секция үҙенең эшен башлап ебәрә. 1-се секция Жәлил Кейекбаевтың тормошона һәм ижадына арнала. Ошо секцияла Хәйбулла районы Сиҙәм мәктәбе уҡыусыһы Кәрим Әбделнасиров, “Жәлил Кейекбаевтың "Туғандар һәм таныштар" романында фразеологизмдарҙың ҡулланылышы" тигән тикшереү эше (етәксеһе  –  Р. Ә. Фәйзуллина) менән сығыш яһап, III урын яулаған.

Афарин, алда тағы ла уңыштарың күп булһын!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас