

Ә бәйгебеҙҙең еңеүселәре кемдәр, тиһегеҙме? Йылайыр районы Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының I синыф уҡыусыһы Искәндәр Хәмитов 260 тауыш йыйып, I урын яуланы. Өфө ҡалаһының 48-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе - 3 йәшлек Наҙгөл Әминева унан әҙ генә ҡалышып, II урынды эләктерҙе. Ә III урынға Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Йәсминә Үтәмишева лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!