

Изге күңелле, мәрхәмәтле, тәбиғәтте яратыусы оҫта ҡуллы балаларҙың күп булыуы ныҡ ҡыуандырҙы. Ана бит, төрлө йәштәге ни тиклем ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашты бәйгебеҙҙә! Ниндәй генә тағараҡтар эшләмәгән улар! Былай булғас, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ҡалған һыуыҡ, буранлы көндәр ҙә ҡурҡыныс булмаҫ.
Ә бәйгебеҙҙең еңеүселәре кемдәр, тиһегеҙме? Йылайыр районы үҙәгендәге Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының I синыф уҡыусыһы Искәндәр Хәмитов, 260 тауыш йыйып, I урын яуланы. Өфө ҡалаһының 48-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе – 3 йәшлек Наҙгөл Әминева унан әҙ генә ҡалышып, II урынды эләктерҙе. Ә III урынға Баймаҡ ҡалаһының «Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Йәсминә Үтәмишева лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Вәғәҙә иткәнебеҙсә, тәүге өс призлы урын алыусыларға иҫтәлекле бүләктәр, «Йәншишмә» гәзите редакцияһының Почёт грамотаһы һәм календары тапшырыласаҡ.
Конкурс эштәре менән ошонда таныша алаһығыҙ.