+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
7 Марта 2023, 13:45

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн "Торатау" конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан республикабыҙҙың төрлө өлкәһендә эшләгән гүзәл заттарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте.

Яҙ байрамы менән уларҙы  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы һәм наградалар тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында билдәле шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ла бар. Ул Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды!
Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылып, һеҙгә һаулыҡ  һәм тағы ла  ижади уңыштар теләйбеҙ!

 

Сығанаҡ һәм фото: “Аҡбуҙат” журналы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас