+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
7 Марта 2023, 06:39

«Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире – лауреат!

Донъяла балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә нәшер ителгән, төҫлө форматта сыҡҡан берҙән-бер гәзит – «Йәншишмә»нең баш мөхәррире Юнысов Мирсәйет Ғүмәр улын Рәми Ғарипов исемендәге премия алыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

«Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире – лауреат!«Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире – лауреат!
«Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире – лауреат!

Мирсәйет Ғүмәр улы – мәғариф алдынғыһы,Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Ул – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының 1981 йылғы сығарылыш уҡыусыһы. Бөтә ғүмерен балалар матбуғатына арнап, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән шәхес.

«Йәншишмә» гәзите йәш хәбәрселәр әҙерләүҙә ҙур эш башҡара, үҫеп килеүсе быуынды ижади яҡтан үҫтерә. Мөхәррир булараҡ, Мирсәйет Ғүмәр улы уҡыусыларға, уҡытыусыларға, коллегаларына үҙенең кәңәштәре менән ярҙам итә. Ә ғаиләһендә һөйөклө ҡатынына терәк-таяныс, ике улына өлгөлө атай ул.

Беҙ, хеҙмәттәштәре, Мирсәйет Ғүмәр улын Рәми Ғарипов исемендәге мәртәбәле премия алыуы менән ихлас тәбрик итеп, алдағы тормошонда яңы үрҙәр, яҡты киләсәк теләйбеҙ,

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас