

Владимир Путин Альбина Хәйҙәршина менән әңгәмәләшеп, ҙур ғаилә менән ҡыҙыҡһынған. "Һеҙҙең 13 балағыҙ бармы? Уларҙы нисек ҡарайһығыҙ? - тип һораған. Әсә өлкән ҡыҙҙарына 27 йәш булыуы, уның инде үҙенең ике балаһы барлығы, ҙур ғаиләнең шәхси йорттарында йәшәүе, балаларҙың хужалыҡты алып барыуҙа ярҙам итеүе тураһында һөйләгән.
Альбина Хәйҙәршина - Башҡортостандан был юғары исемгә лайыҡ булған тәүге ҡатын. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фото: yandex.