+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
22 Март 2023, 10:50

Наҙгөлгә бүләк тапшырҙыҡ

Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа Наҙгөл Әминова килде. Уныһы кем, тиһегеҙме? "Йәншишмә" гәзитенең сайтында ойошторолған "Ҡоштарға ашхана" конкурсында II урын яулаған шәп ҡыҙ ул!

Өс кенә йәшлек булһа ла, олатаһы менән бергә тағараҡ яһап, бәйгелә ҡатнашып, призлы урын алыуға өлгәште. Улай ғына ла түгел, тағараҡҡа ем һалып, ҡыш буйы ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы һыйлаған. Вәт, афарин! Бөгөн үҙенә бүләген тапшырып ҡыуандырҙыҡ. 

Наҙгөл баш ҡалабыҙҙың 48-се балалар баҡсаһына йөрөй, йырларға, бейергә, йәнһүрәттәр ҡарарға ярата. 

Кескәй дуҫыбыҙға бәхетле бала саҡ, яҡты киләсәк теләйбеҙ.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас