+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
6 Июнь 2023, 14:59

Лайыҡлы награда менән!

Беҙҙең коллегабыҙ, «Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе Эльвира Рәшит ҡыҙы ӘСӘҘУЛЛИНАны «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Юғары награданы ул Өфөлә уҙған «Медиайыйын – 2023» форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан алды. Эльвира Рәшит ҡыҙы, тормошоң күңелле ваҡиғаларға бай булһын, оҙаҡ йылдар шатланып, ҡанатланып эшләргә яҙһын!

Лайыҡлы награда менән!Лайыҡлы награда менән!
Лайыҡлы награда менән!

– Был маҡтаулы исемгә барлығы 8 хеҙмәткәр лайыҡ булды:

– Эльвира Рәшит ҡыҙы Әсәҙуллина – «Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе;

– Эльвира Рәзит ҡыҙы Әсәҙуллина – «Өмет» гәзите хәбәрсеһе;

– Азамат Рафаэль улы Сәлихов – Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының филиалы – «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры;

– Светлана Рөстәм ҡыҙы Чураева –  «Бельские просторы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары;

– Илдар Әнүәр улы Әхиәров – «Республика Башкортостан» гәзитенең иҡтисад һәм ауыл хужалығы бүлеге мөдире;

– Алёна Хәтминур ҡыҙы Ғәлиева – Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең хәреф йыйыу һәм вёрсткалау буйынса инженеры;

– Станислав Михайлович Аптреев – «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң баш механигы;

– Роза Миңләхмәт ҡыҙы Сафина – Стәрлетамаҡтағы «Ашҡаҙар» гәзитенең хәбәрсеһе.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас