

Мине сабый итеп ҡосаҡла, әсәй,
Үҙемде ышыҡта бер тояйым.
Бөтөн аһ-зарымды, ҡайғыларымды
Онотоп, күкрәгеңдә ятайым.
Сәстәремдән һыйпап, һыпырып ал
Ауыр уйҙарҙы, тормош юҡ-барын.
Балам тыныс йоҡлап китһен, тиеп,
Йырласы шым ғына бишек йырын.
Ҡояштай мәрхәмәтле йылыңдан
Иреп китһен йөрәктәге боҙҙар.
Тағын бер ҡатлы булып бағайым:
Ҡалай матур икән был донъялар.
***
Бейек-бейектә зәңгәр һауала
Сыр-сыу килеп оса ҡарлуғастар.
Был тауыштан күңел күтәрелә,
Йәнгә лә тейә тик ҡайһы саҡта.
Ҡоштарҙың артынан күҙ эйәрмәй,
Ҡайҙан уларҙа шундай етеҙлек?
Гүйә, йөрөй осоп хыялдарым –
Төшмәҫ ҡулға береһе бер килеп.
Килә лә бергә-бергә уйнағым!
Бына ҡайҙа ул ысын азатлыҡ!
Бер осһаммы, ҡыуып етмәҫтәр:
Һынмаҫ өсөн бирелгән ҡанатым!
Фото: vk.com