

Бөгөн Инсаф Исламғолов та беренсе тапҡыр мәктәпкә барҙы. Ул Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ мәктәбенең I синыф уҡыусыһы булды. Йөҙҙәрендә нур уйнай. 1 сентябрь көнөн ҙур тулҡынланыу менән көткәйне шул. Бына, ниһайәт, ул белем усағында беренсе уҡытыусыһы һәм бергә уҡыясаҡ синыфташтары менән!
Инсаф – ғаиләлә беренсе бала. Уның 4 йәшлек Айгизә исемле һеңлеһе бар. Үҙен бик ярата, ҡурсалап ҡына йөрөтә. Әсәһе магазинда һатыусы булып эшләгәс, һеңлеһенә күҙ-ҡолаҡ булыу ҙа уның өҫтөндә. Атаһы вахта ысулы менән Себер яҡтарында эшләй, шуға Инсафҡа өйҙә әсәһенең төп ярҙамсы булырға тура килә. Йәй буйы йорт тирәһендә үҫкән сәскәләрҙе ҡарап, тәрбиәләп торған, баҡсала йәшелсәләргә һыу һибергә лә өлгөргән.
Әйткәндәй, Инсаф – мал йәнле малай бит ул. Аттарҙы, ҡолонсаҡтарҙы ихлас тәрбиәләргә ярата. Районда үткәрелгән «Эх, минең толпар атым» бәйгеһендә I урын яулап, республика буйынса ярышта ҡатнашыу хоҡуғын алған. Унда 33 бәйгесе араһында 12-се урынды яулап, ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандырған.
– Синыфташтарыма һәм беренсе уҡытыусым Гүзәл Ринат ҡыҙы Вәлиеваға ат бәйгеһендәге уй-кисерештәремде һөйләрмен әле, – ти ул.
Бик ҡыйыу, тырыш күренә Инсаф, уҡыуҙа ла гел алдынғы булыр, тип ышанабыҙ.
Розалина Нагаева – Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының I синыфы уҡыусыһы. Бөгөн ул да шатланып белем усағына ағалары менән бергә барҙы. Бер өйҙән – өс уҡыусы. Ағайҙары үҙен ҡарап ҡына йөрөтөр әле. Ҡыҙыҡайҙың гел уларға эйәреп гимназияға барғыһы килгән икән. Бына хәҙер үҙе лә уҡыусы булды. Ринар ағаһы – XI синыфта, ә Рушан ағаһы VII синыфта белем ала.
Розалина әсәһе тәрбиәсе булып эшләгән 1-се балалар баҡсаһына йөрөгән. Шунда һүрәт төшөрөргә өйрәнгән. Эшләгән рәсемдәре бик матур. Гимназияла ла тырыш ҡыҙыҡай «бишле» билдәләренә генә уҡыр, бер ҙә һынатмаҫ, тип уйлайбыҙ. Әле үк беренсе уҡытыусыһы Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова ла уға ҙур өмөт бағлай. Шулай була күрһен, иң мөһиме, Ер йөҙөндә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын.
Аҡ юл һеҙгә, беренселәр! Уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Зөһрә ХӘКИМОВА.