+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
20 Сентябрь 2023, 07:00

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

«Үҙем эшләгән уйынсыҡ» конкурсына 19 хат килде. Ул «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйын фестиваленә арналды. Бәйге төрлө йәштәге балаларҙы һәм донъяға бала күҙлегенән баға белгән өлкәндәрҙе йыйҙы. Барлыҡ эштәрҙе #үҙем_эшләгән_уйынсыҡ хештегы буйынса ҡарарға мөмкин.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Һәр уйынсыҡ зауыҡлы һәм матур. Береһен генә айырып әйтеүе лә ҡыйын. Шуға күрә бер ҡатнашыусы ла бүләкһеҙ ҡалмай!

🌻 Bashtoy проекты башҡорт телендәге уйынсыҡ смартфонды «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Замановаға тапшыра.

🌻 Руфия Ханова башҡортса йырлаған уйынсыҡты Айгөл Нәбиуллинаға бүләк итә. Еңеүсе оҡшаған уйынсыҡты үҙе һайлап аласаҡ.

🌻 "Йәншишмә" гәзите 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына бушлай яҙылыуҙы Айтуған Хисмәтов менән Лидиә Һаҙыеваға бүләк итә

🌻 Рәсүл Миһранов, Гүзәл Әхтәмова, Азамат Ваһапов, Әминә Сәғитова, Зилдә Мәүлитова һәм Ислам Ҡаһармановтарға "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте геройҙары төшөрөлгән һыу һауыты тапшырыласаҡ. Уларҙы "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестивале ойоштороусылары бирҙе.

🌻Башҡа ҡатнашыусыларҙы БР Мәҙәниәт министрлығынан иҫтәлекле бүләктәр көтә.

❤❤❤Дуҫтар, барығыҙға ла матур эштәрегеҙ, йылы һәм йөкмәткеле хаттарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Киләһе бәйгеләрҙә осрашҡанға тиклем!

#үҙем_эшләгән_уйынсыҡ

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас