+5 °С
Облачно
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
6 Октября 2023, 09:00

Ҡотлайбыҙ!

Билдәле бейеүсе, уҡ атыу оҫтаһы Урал МОРТАЗИН бөгөн тыуған көнөн билдәләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ул ижад юлын Сибай дәүләт филармонияһында башлай. Төрлө йылдарҙа “Ирәндек”, “Сибай” ансамблдәрендә эшләй. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Башҡорт дәүләт филармонияһында ла хеҙмәт итә.

Урал Хәйрулла улы 2004 йылда тәүге тапҡыр уҙғарылған “Салауат йыйыны” байрамында Салауат Юлаевты кәүҙәләндерә. Шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ була. Шундай билдәле булһа ла, иҫ киткес ябай, алсаҡ ул!

Тормош иптәше, күренекле йырсы Лилиә Ишемйәрова менән татыу ғаилә ҡорғандар. Өс бала тәрбиәләйҙәр. Тыуған көнөгөҙ менән, Урал Хәйрулла улы!

Фото: vk.com.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас