

Сәүиә Бәйтулла ҡыҙы Белорет районы Йөйәк ауылынан икән. Яҙмыш елдәре Өфөгә ташлаған, инде өс йыл ҡыҙының ғаиләһе менән татыу донъя көтә, ейән-ейәнсәрен ҡараша.
Сәүиә ханым тимер юлында электромеханик булып эшләй. Стажы – 33 йыл. Илһам килгәндә ижад итергә ярата. Һуңғы йылдарҙа шиғырҙар, хикәйәләр яҙыуға әүҙем тотонған. Беҙҙең гәзитебеҙҙең элекке йәш хәбәрсеһе лә икән ул! Әлеге көндә район гәзитенә яҙмаларын ебәреп тора. Йыйынтыҡ сығарырға хыяллана. Бөгөн үк “Йәншишмә”гә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылам, тип сығып китте. Уңыштар һеҙгә, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, Сәүиә Бәйтулла ҡыҙы!
Дуҫтар, телеграм-каналда уйындар даими үткәрелеп торасаҡ. Яҙылырға онотмағыҙ!