+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
14 Октябрь 2023, 18:56

Атайҙарҙы ҡотлайбыҙ

Башҡортостанда 2020 йылда «Атайлыҡ даны» йәмәғәт наградаһы булдырылғайны.

Атайҙарҙы ҡотлайбыҙАтайҙарҙы ҡотлайбыҙ
Атайҙарҙы ҡотлайбыҙ

 Ул күп балалы атайҙарға, табиптар, педагогтар һәм аграрийҙар династияһы вәкилдәренә, музыканттарға, спортсыларға, ҡотҡарыусыларға, экологтарға һәм донорҙарға, шулай уҡ һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгәндәргә бирелә.

2023 йылда был бүләк 52 атайға тапшырылды. Еңеүселәрҙең исемлеге Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында баҫылған.

«Атайлыҡ даны»на республиканың 54 муниципалитетынан  191 ғариза бирелгән. Айырыуса Әлшәй, Архангел, Белорет, Бөрө, Благовещен, Илеш, Краснокама, Көйөргәҙе һәм Өфө райондары, Өфө һәм Октябрьский ҡалалары әүҙем булған.

Фото: bashinform.

Автор:
Читайте нас