+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
19 Октябрь 2023, 13:52

Әхмәровтарға афарин!

Стәрлетамаҡ районынан Әхмәровтар ғаиләһе “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды.

Әхмәровтарға афарин!
Әхмәровтарға афарин!

85 Рәсәй ғаиләһе ҡатнашҡан бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте. Шуларҙың береһе – яҡташтарыбыҙ, Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылынан Әхмәровтар.

Ғаилә башлығы Рөстәм Рәсүл улы мәҙәниәт һарайы мөдире булып эшләй, Анна Сергеевна иһә – балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Матур, эшһөйәр һәм ижади йәштәр “Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияһында еңеүсе булды.

“Йыл ғаиләһе” бәйгеһе һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Быйыл федераль этапҡа 384 ғаилә сыҡҡан булған.

– Башҡортостан Республикаһы һәм тыуған Стәрлетамаҡ районы исеменән сығыш яһауыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Әллә күпме яңы танышлыҡтар булдырҙыҡ. 85 еңеүсенең һәр береһе үҙенсәлекле! Халыҡтар берҙәмлеге, Рәсәй Федерацияһының ҡеүәте айырыуса һиҙелә бында. Бүләкләү тантанаһы һәм концерт иҫ киткес булды. Телевизорҙан ҡына күргән йондоҙҙар сығыш яһаны: Лариса Долина, Валерий Сюткин, Александр Олешко, Елизавета Арзамасова, Сергей Волчков, Диана Гурцкая, Юлиана Караулова... Сәфәребеҙ сығымдарын тулыһынса конкурсты ойоштороусылар һәм районыбыҙ хакимиәте ҡапланы, – ти Анна Әхмәрова. Ҡотлайбыҙ!

Фото: vk.com.

Әхмәровтарға афарин!
Әхмәровтарға афарин!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: