+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Ноябрь 2023, 20:52

Гөлдәр Хәкимова "Милләт ғорурлығы" премияһына лайыҡ булды!

Учалы ауылы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Арыҫланғәле ҡыҙы Хәкимованы "Милләт ғорурлығы - 2023" Бөтә Рәсәй премияһы еңеүсеһе булыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Гөлдәр Хәкимова "Милләт ғорурлығы" премияһына лайыҡ булды!
Гөлдәр Хәкимова "Милләт ғорурлығы" премияһына лайыҡ булды!

Ул "Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн" номинацияһында бүләкләнде. Гөлдәр Хәкимова - төрлө кимәлдәге олимпиада һәм конкурс еңеүселәрен әҙерләгән уҡытыусыларҙың береһе. Уға эшендәге юғары уңыштары өсөн "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы", "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән.  

Фото: https://education.bashkortostan.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: