+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
17 Ноябрь 2023, 13:25

Ҡотлайбыҙ, Камила!

Өфө районының Булгаков ауылындағы «Семицветик» балалар баҡсаһында республика буйынса "Дуҫлыҡ сәскәһе" фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙҙы.

Ҡотлайбыҙ, Камила!
Ҡотлайбыҙ, Камила!

Был бәйгелә 130 бала ҡатнашты, уларҙың иң-иңдәре гала - концертҡа саҡырылған ине. Уларҙың араһында Аҡъярҙағы “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Камила Ишемғолова (етәксеһе – Хәйбуллина Й. Ф.) ла булды. Ул Мостай Кәримдең "Ҡайын япрағы тураһында" шиғыры менән сығыш яһаны. Бик матур итеп һөйләне һәм  еңеү яуланы. Өфө районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Альбина Әхмәтдинова махсус бүләген тапшырһа, ә "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Диплом менән бүләкләне.

Камилаға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: Кесе Ҡоролтай - Хәйбулла районы

Ҡотлайбыҙ, Камила!
Ҡотлайбыҙ, Камила!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: