+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
30 Декабрь 2023, 10:00

Ҡыш бабай бүләктәре

Һөйөнсө! Ҡәҙерле дуҫтар! Яңы йыл байрамы алдынан Ҡыш бабайҙың шатлыҡлы хәбәрен еткерергә ашығабыҙ. Ул 2023 йылда әүҙем яҙышҡан, редакция үткәргән бәйгеләрҙә иң-иңе булып танылған уҡыусыларға матур бүләктәр әҙерләгән икән. Ниндәй бүләк, тиһегеҙме? Ҡыш бабай «Йәш хәбәрсе» исеменә лайыҡ булыусыларҙы билдәләгән!

Ҡыш бабай бүләктәре
Ҡыш бабай бүләктәре

Был маҡтаулы исем алыусыларҙы ҡотлап, алдағы йылда ла әүҙем яҙышып, матур-матур мәҡәләләре менән ҡыуандырып тороуҙарын теләгән. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә танышығыҙ беҙҙең йәш хәбәрселәр менән. Бына улар:
Илнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, VIII «В» cиныфы уҡыусыһы. Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.
Таһир РӘХИМОВ, II синыф уҡыусыһы. Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.
Алтынай АҠМАНОВА, VII «В» синыфы уҡыусыһы. Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.
Әҙилә МЫРҘАҒӘЛИНА, IХ синыф уҡыусыһы. Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.
Сәминә ӘХМӘТОВА, III «Б» синыфы уҡыусыһы. Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.
Зөлхизә ИСҠУЖИНА, VII «А» cиныфы уҡыусыһы. Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 3-сө күп профилле полилингваль мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: