+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Ғинуар , 11:22

Йәншишмәләрҙән ҡотлау

Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ, Аллаға шөкөр. “Йәншишмә” гәзите хеҙмәткәрҙәре лә үткән йылға йомғаҡ яһай, уҡыусыларын матур байрам менән ҡотлай. Әйҙәгеҙ, үҙҙәрен тыңлайыҡ.

Йәншишмәләрҙән ҡотлау
Йәншишмәләрҙән ҡотлау

Мирсәйет ЮНЫСОВ, баш мөхәррир:

– Ҡәҙерле йәш дуҫтарым, хөрмәтле атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар, милләттәштәр! Бөтәгеҙҙе лә Яңы йыл менән ҡотлайым! Һеҙгә яҡшы кәйеф, бәхет-шатлыҡ, иң мөһиме – һаулыҡ теләйем. Яңы йыл яңы уңыштар, яңы һөйөнөстәр генә килтерһен. Донъябыҙға тыныслыҡ килеп, ҡыуанып ҡына, яҡшы хәбәрҙәр генә ишетеп йәшәргә яҙһын. “Йәншишмә”беҙҙең дуҫтары күп булһын, гәзитебеҙ мәңге йәшәһен! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, дуҫтар!

Юлдаш ӘХТӘМОВ, яуаплы сәркәтип:

– Әлеге ваҡытта иң ҙур теләгем: донъяла тыныслыҡ урынлашһын. Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ, бөтәһенә лә сәләмәтлек теләйем. Барлыҡ балалар ата-әсәләрен ҡыуандырып торһон. Гәзитебеҙҙе уҡыһындар, сайтыбыҙҙы ла күҙәтеп барһындар. Уҡыусылар үҙ телебеҙҙә уҡыһа, яҙышһа, беҙ шат булырбыҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА, мәктәп тормошо бүлеге хәбәрсеһе:

– “Һә” тигәнсе үтеп бара түгелме тағы бер йыл? Йомғаҡ яһап ҡарайым әле. Гәзиттә ойошторған конкурстарҙа уҡыусыларҙың әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Үҙемә төрлө мөһим сараларҙы гәзит битендә һәм сайтта яҡтыртырға насип булды: “Китап-байрам”, “Әйҙә уйнарға”... Шәхси тормошҡа килгәндә лә мөһим ваҡиғалар байтаҡ икән: юбилей, ынйы туй, дәүләт наградаһы алыу, синыфташтар менән осрашыу... Яңы йылда Хоҙай дәрт-дарман, һаулыҡ, оптимизм, энтузиазм, имандан айырмаһын. Балаларыбыҙ ҡыуандырып ҡына торһон. Ерҙә тыныслыҡ урынлашһын.

Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА, рәссам:

– Минең бер генә теләк: махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланһын!

Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе:

– Балалар телефонда ғына уйнап ултырмаһын, гәзит тә уҡыһын ине. Рухи аҙыҡ менән күңелен байытһындар. Төрлө мәктәптәрҙә эшләүсе уҡытыусыларға рәхмәт, беҙҙең уҡыусылар менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға булышлыҡ итәләр. Артабан да шулай дауам итһен! Һәм, әлбиттә, донъяға именлек килһен. Махсус хәрби операцияла булыусылар барыһы ла һау ғына ҡайтһын инде!

Нурзиә ХӘСӘНОВА, вёрсткалаусы инженер:

– Уҙып барған йыл “Йәншишмә” гәзите редакцияһына эшкә килеүем менән иҫтә ҡаласаҡ. Тағы ла “Башҡорт аты” һәм “Әйҙә уйнарға” фестивалдәренең медиаштабында журналист булараҡ тәжрибә тупланым. Ошо әүҙемлегем өсөн яңыраҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләндем. Киләһе йылда гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн төрлө конкурс һәм акциялар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡым килә. Йәш дуҫтарыбыҙҙы, уларҙың атай-әсәйҙәрен, олатай-өләсәйҙәрен, уҡытыусыларын һәм тәрбиәселәрен Яңы йыл менән ҡотлайым!

Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА, мәктәп тормошо бүлеге хәбәрсеһе:

– Ҡуян йылы тормошома ҙур үҙгәреш индерҙе: бәләкәйҙән яратып уҡыған, әүҙем яҙышҡан гәзитемә урау юлдар менән, ниһайәт, эшкә килдем. Бик күп яңы таныштар барлыҡҡа килде, төрлө сараларҙы яҡтырттым. Балаларым ҡыуандырып тора, атай-әсәйем, тормош иптәшем, туғандарым, дуҫтарым, коллегаларым иҫән-һау, Аллаға шөкөр! Ҡустым әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә – уның һау ғына ҡайтыуын көтәбеҙ. Быйыл – Аждаһа йылы, минең йылым! Ул бөтәбеҙгә лә һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, байлыҡ, күңел тыныслығы килтерер, тип ышанам. Яңы йыл менән!

Йәншишмәләрҙән ҡотлау
Йәншишмәләрҙән ҡотлау
Йәншишмәләрҙән ҡотлау
Йәншишмәләрҙән ҡотлау
Йәншишмәләрҙән ҡотлау
Йәншишмәләрҙән ҡотлау
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: