+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
7 Ғинуар , 17:00

Ғайсар бүләген алып һөйөндө

Яңы йыл алдынан I синыфта уҡыған Ғайсар Шәрипов та күп бүләк алды. Ҡыш бабайҙан да, атай-әсәйенән дә, туғандарынан да. Синыфташтары менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театрында иртәлектә ҡатнашыу ҙа иҫтәлекле булғандыр. Ә «Йәншишмә» гәзите үткәргән «Беренсе синыфҡа барам» бәйгеһендә еңгәне өсөн беҙ уға фитнес-беләҙек тапшырҙыҡ. Малайҙың нисек һөйөнгәнен күрһәгеҙ!

Ғайсар бүләген алып һөйөндө
Ғайсар бүләген алып һөйөндө

– Беренсе урын алыуына бөтә синыф менән ҡыуандыҡ. Өлгөлө, яҡшы уҡыусы ул. Бейергә, йырларға, шиғыр һөйләргә ярата, – тип маҡтаны үҙен уҡытыусыһы Светлана Рауил ҡыҙы Ғөбәйҙуллина.
Бүләкләү тантанаһына Ғайсарҙың әсәһе Гөлнар Рафиҡ ҡыҙы ла килеп еткәйне.
– Дүрт бала үҫтерәбеҙ. Ғайсарҙың ике апаһы, бер ҡустыһы бар. Ынйы менән Рушана IV синыфта уҡыһа, бәләкәсебеҙ Ғәфүр «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһына йөрөй. Тормош иптәшем Булат Буранбай улы менән уларға матур тәрбиә бирергә тырышабыҙ, – тине ул.
Гөлнар Рафиҡ ҡыҙы шәхси эшҡыуар икән. Быға тиклем уҡытыусы булып эшләгән. Шуға ла уға мәктәп тормошо, балалар донъяһы яҡын, гәзитебеҙҙе яратып уҡый. 9-сы лицей­ҙың китапханаһында «Йәншишмә»нең юҡ икәнен белгәс, ярай, үҙем яҙҙырырмын, тип тә беҙҙе ҡыуандырҙы.
Ғайсарҙы бүләге менән ҡотлап, гәзитебеҙҙең дуҫы булып ҡалыуын, редакция үткәргән бәйгеләрҙә ҡатнашып тороуын теләп хушлаштыҡ.


М. СӘЙЕТОВ.
Сибай ҡалаһы, 9-сы лицей.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: