+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
7 Ғинуар , 10:00

Беҙҙең лауреаттар

Ҡотлайбыҙ! Улар...

Беҙҙең лауреаттар
Беҙҙең лауреаттар

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ЮНЫСОВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, йәмә­ғәт эшмәкәре – гәзитебеҙгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған «Ҡулъяулыҡ» акцияһын үткәреүҙә ярҙам иткәне өсөн;
Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы ҠОТЛОГИЛДИНА, гәзитебеҙҙең ветераны, танылған шағирә, билдәле журналист – махсус хәрби операция яугирҙарына арналған «Ҡулъяулыҡ» акцияһын ойоштороуҙа ҡат­нашҡаны, билдәле шәхестәр тураһындағы мәҡәләләре өсөн;
Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәр­сеһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған «Ҡулъяулыҡ» акцияһына уҡытыусы һәм уҡыусыларҙы йәлеп итеп, ҙур изге эш башҡарған өсөн;
Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ӘЛИБАЕВА, «Башбланкиздат» йәм­ғиәте директоры – гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булғаны, «Йәншишмә» гәзите призына республика саңғы ярыштарын үткәреүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн;
Факил Сәлих улы МЫРҘА­ҠАЕВ – гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булғаны, баҫмабыҙҙа сыҡ­ҡан тәржемә әҫәрҙәре, «Йәншишмә»беҙгә ярҙам күрһәткәне өсөн;
Айһылыу Рәжәп ҡыҙы ҒАРИФУЛЛИНА, Бөрйән районының «Таң» гәзите журналисы, танылған шағирә – редакция менән хеҙмәттәшлек иткәне һәм гәзитебеҙҙе таратыуҙа әүҙемлек күрһәткәне өсөн;
Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы ҺАТЛЫҠОВА, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы – гәзитебеҙҙе таратыуҙа ярҙамы өсөн;
Юлдаш Хәйҙәр улы ӘХТӘМОВ, гәзитебеҙҙең яуаплы сәркәтибе – баҫмабыҙҙың «Мәктәптәр. Ҙур үҙгәрештәр» проектын әҙерләгән өсөн.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: