+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
15 Ғинуар , 12:00

Аһылайҙан Булат бүләген алды

Шул тиклем ихлас йылмайып, ҡыуанып торған был малай кем, тиһегеҙме? Әбйәлил районы Аһылай мәктәбенән Булат Аҙнабаев ул.

Аһылайҙан Булат бүләген алды
Аһылайҙан Булат бүләген алды

2023 йылда үткәрелгән “Беҙҙең бала саҡ" фотоконкурсында III урын алғайны. Бына шул еңеүе өсөн гәзитебеҙҙең Почёт грамотаһын һәм бүләктәрен ҡулына алып тора. Уларҙы редакциянан Булаттың Өфөлә уҡыған апаһы Алтынай килеп алғайны. Аҙнабаевтарҙың ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Булаттың тағы бер апаһы һәм ағаһы бар.
Гәзитебеҙҙең дуҫы I синыфта ғына уҡый әле. Мәктәпте бик ярата, тырышып белем ала. Хатта каникулдың да тиҙерәк үтеп киткәнен түҙемһеҙлек менән көтөп ала икән. Булат йырларға, бейергә ярата. Тасуири итеп шиғыр һөйләргә лә оҫта. Динозаврҙар менән ҡыҙыҡһына: уларҙың бөтәһенең дә тиерлек исемдәрен белә. Йыһан тураһында ла күпте белергә теләй. Булатҡа киләсәктә лә шулай ҡыҙыҡһыныусан, зирәк, тырыш уҡыусы булырға, ҙурайғас та ғаиләһен генә түгел, халҡыбыҙҙы уңыштары менән ҡыуандырып торорға яҙһын!

Фото: Алтынай Аҙнабаева.

Аһылайҙан Булат бүләген алды
Аһылайҙан Булат бүләген алды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: